Вы вошли как ГостьПриветствую Вас, Гость
Главная » 2020 » Июнь » 11 » Онлайн-конференция «Башкирский язык: от стихов Салавата Юлаева до современности»
09:50
Онлайн-конференция «Башкирский язык: от стихов Салавата Юлаева до современности»

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды хеҙмәткәрҙәре тарафынан башҡорт теле уҡытыусылары, ата-әсәләр, мәктәп уҡыусылары өсөн «Башҡорт теле: Салауат Юлаев шиғырҙарынан хәҙерге көндәргә тиклем” тип аталған онлайн - конференция ойошторолдо. С. Юлаев көндәре сиктәрендә үткәрелгән мәртәбәле сарала Көйөргәҙе районының мәғариф бүлеге методисы Рәмилә Минияз ҡыҙы Рахманғолова һәм башҡорт теле уҡытыусылары ихлас ҡатнашты.
БР Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы начальнигы Булат Зинуров онлайн-конференцияны ошо һүҙҙәр менән башланы: "Салауат Юлаев халыҡ хәтерендә тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт, һынлы сәнғәт аша ҡала килә. Күп йылдар үтһә лә, халыҡ уны онотмай."
Аҙаҡ һүҙ филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры Иҙелбаев Мирас Хәмзә улына бирелде. Мирас Хәмзә улы «Салауат Юлаев – донъяуи шәхес» тигән темаға сығыш яһаны.
Программа буйынса «С. Юлаев әҫәрҙәренең тел-стиль үҙенсәлектәре», «Башҡорт теленең заманса цифрлы мөхиттә үҫеше», «Салауат эҙҙәре буйлап», «Рус әҙәбиәтендә С. Юлаевтың образы» темаларына бик күп докладтар уҡылды, әңгәмәләр ҡоролдо.
Юғары кимәлдә уҙғарылған онлайн-конференцияла Башҡортостан, Үзбәкстан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән 400-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына ентекле яуап алды. Конференцияның әлеге ваҡытта актуаль һәм әһәмиәтле булыуын билдәләне.

Просмотров: 204 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]