Вы вошли как ГостьПриветствую Вас, Гость
Главная » 2019 » Декабрь » 11 » Присяга кадетов в МБОУ СОШ с. Зяк-Ишметово
08:33
Присяга кадетов в МБОУ СОШ с. Зяк-Ишметово
9 декабря 2019 года, в День Героев Отечества, в МБОУ СОШ с. Зяк-Ишметово 9 учащихся 5 класса приняли присягу - теперь они настоящие кадеты! Поздравляем ребят со столь знаменательным событием в их жизни!

Кадет таныҡлығы алып ҡыуандылар!
2019 йылдың 9 декабре беҙҙең уҡыусыларыбыҙ тормошонда иң иҫтәлекле көндәрҙең береһе булып оҙаҡ һаҡланыр , тип уйлайбыҙ.Тап ошо көндә Зәк-Ишмәт мәктәбенең 5-cе класын кадетҡа алыу тантанаһы булды.Тантана “Ватанға хеҙмәт итәм!” тип аталды.
Сараның беренсе өлөшөндә мәктәптең “Ҡаһарманлыҡ” эҙләнеү отряды сығыш яһаны. Улар районыбыҙҙы данлаған Советтар Союзы Геройҙары тураһында һөйләне. Шулай уҡ яҡташыбыҙ Шамил Әбдрәшитовтың тормош юлына байҡау яһалды. Кадет класының Ш.Әбдрәшитов исемен йөрөтәсәге тураһында әйтелде. Кадеттар алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйылды. Ысынлап та, беҙҙең кадеттар тап ошо отряд егеттәре һәм ҡыҙҙарына тиңләшә ала, һәм телгә алынған геройҙар кеүек үк һәр көн батырлыҡтар эшләргә мөмкинселектәре бар: тырышып уҡырға, тыуған мәктәптәренең, райондың, Башҡортостаныбыҙҙың, Рәсәйҙең данлыҡлы ҡыҙҙары һәм улдары булырға.
Икенсе өлөш кадетҡа алыуға арналды. Кадеттар бөтә йыйылған халыҡ алдында ғәҙел һәм тоғро дуҫ, ярҙамсыл кеше булырға , үҙҙәрендә тик яҡшы сифаттар ғына тәрбиәләргә, тырышып белем алырға тантаналы ант бирҙеләр. Һәр кадет таныҡлыҡ алып шатланды. Улар үҙҙәренең йырҙары, шиғырҙары, сафта тигеҙ һәм етеҙ атлай белеүҙәре менән бөтә килгән кешелрҙе таң ҡалдырҙы. Кадеттарҙы тәбрик итергә Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рима Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина, Көйөргәҙе районы мәғариф бүлеге начальнигы Ирина Ринат ҡыҙы Ибраһимова, Зәк-Ишмәт ауыл биләмәһе башлығы Илшат Мәдиф улы Зәйнәғәбдинов, ата-әсәләр килгәйне. Һәр ҡунаҡ кадеттарға изге теләктәрен еткерҙе.
Ә беҙ, ата-әсәләр, ошо кадет класын асыуҙа ярҙам итеүселәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Кадеттарҙың класс етәксеһе Сатыбаев С.М. , мәктәп директоры Ә.С. Рәхимоваға класты асыуҙа булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәтле булһаҡ, И.Р. Ибраһимоваға һәм район башлығы Ю.Т.Ильясовҡа балаларыбыҙҙың кейемдәрен тегеүҙә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ.
Уҡыусылар был көндә беҙгә байрам кәйефе бүләк иттеләр. Үҙҙәре лә ысын кеше, илһөйәр кадет булһындар. Кадет исеменә тап төшөрмәһендәр!

                                                                                             Ата-әсәләр исеменән, А.Н.Гурьянова,
                                                                                                     Зәк-Ишмәт ауылы.
Просмотров: 183 | Добавил: РОО | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Добавлять комментарии могут только зарегистрированные пользователи.
[ Регистрация | Вход ]